Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә уҙған дүшәмбеләге ҡойма ямғырҙан күрелгән зыянды иҫәпләп сығарҙылар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Өфөлә ҡойма ямғыр ҡала хужалығына 46,5 миллион һумлыҡ зыян килтергән, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтендә. Сығымдарҙың иң ҙур статьялары — асфальт-бетон япманы тергеҙеү (14,8 миллион һум), трамвай юлдарын ремонтлау (12 миллион самаһы), тышҡы яҡтыртыу һәм светофор хужалығы объекттары буйынса авария-тергеҙеү эштәре (2,6 миллион һумдан ашыу).

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 4 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 3-тән киске 5-кә тиклем — 115 миллиметр, 8-гә ҡәҙәр 122 миллиметр ямғыр яуған. Өфө-Дим метеостанцияһы өсөн иҫәпләнгән яуым-төшөм нормаһы буйынса ошо ямғыр айлыҡ норманан 244 процент, йәки декада нормаһынан 678 процент тәшкил итә. Әлеге метеорологик күренеште синоптиктар «үтә көслө ямғыр» тип атай һәм ул хәүефле тәбиғәт күренеше булып тора.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть