Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

«Өфөнән һөйөү менән» фильмы «Киношок» фестивалендә төп бүләктәрҙең береһен алды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Анапала «Киношок» фестивале еңеүселәре иғлан ителде. Башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың «Өфөнән һөйөү менән» фильмы төп приздарҙың береһенә лайыҡ булды. Тулы метражлы кинола иң яҡшы сценарий өсөн бүләкте «Өфөнән һөйөү менән» фильмы сценарисы Айҙар Аҡманов яуланы.

Кинотаҫма «Ҙур тамашасылар потенциалы» өсөн Ирина Шилова исемендәге киноматбуғат призына ла лайыҡ булды.

Фильмдың сюжеты нигеҙендә баш ҡалабыҙҙың иң күркәм урындарында төшөрөлгән мөхәббәт тарихы ята. Айҙар Лоҡманов яҙған сценарий фильм дауамында тамашасының иғтибарын үҙендә тота. Фильм авторҙары һүҙҙәренсә, бөтә идеялар режиссер һәм сценарист менән бергәләп уйланылған, тикшерелгән. Фильм Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитовтың грантына төшөрөлгән.

Әлеге ваҡытта «Өфөнән һөйөү менән» фильмы Рәсәй прокатында бара.

3-9 сентябрҙә Анапала XXVI «Киношок» асыҡ кинофестивале үтте. Иң яҡшы тулы метражлы фильм өсөн фестивалдең төп призына «Кэрэл – невидимая красота» таҫмаһы лайыҡ булды. Режиссерҙары — Илья Портнягин һәм Валентин Макаров. Кинофестиваль призерҙарының тулы исемлеген бында ҡарарға мөмкин.

Теги: кино
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть