Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» муниципаль һайлауҙарҙа 256 мандаттың 193-өнә эйә булды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда муниципаль һайлауҙар уҙҙы. Тауыш биреүҙә 89640 тауыш биреүсе ҡатнашты, был тауыш биреү тамамланған мәлгә исемлеккә индерелгән һайлаусылар һанынан 52 процент тәшкил итте. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреүҙең яҡынса йомғаҡтарын барланы.

Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса түбәндәге сәйәси партияларҙың вәкилдәре мандатҡа эйә булды:

— «Берҙәм Рәсәй» — 193,

— «Ғәҙел Рәсәй» -14,

— ЛДПР — 6,

— КПРФ — 2,

— Рәсәй патриоттары — 3,

— «Пенсионерҙарҙың ғәҙеллек өсөн партияһы» — 1.

Үҙ-үҙен тәҡдим итеүселәр 37 мандат алды.

2017 йылдың 10 сентябрендә Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына депутаттар һайлау уҙҙы. 256 мандат алмаштырылды. Шуның 50-һе – төп һайлауҙарҙа: Белорет ҡалаһы ҡала биләмәһе Советына – 20, Бөрө ҡалаһы ҡала биләмәһе Советына – 20, Өфө районының Йоматау ауыл Советына – 10, ҡалған 206-һы – өҫтәмә һайлауҙарҙа.    

Участка һайлау комиссияһының 200-ҙән ашыу ағзаһы һәм 400-ҙән күберәк күҙәтеүсе тауыш биреү, уларҙы иҫәпләү барышын күҙәттте. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында һайлау кампанияларын яҡтыртыу өсөн 50 киң мәғлүмәт сараһынан 144 журналист аккредитация үтте.

Һайлауҙы 49 территориаль һәм 285 участка һайлау комиссияһы үткәрҙе. Йоматау ауыл Советында урынлашҡан өс участкала КОИБ-2010 файҙаланылды, ҡалғандарында машина уҡый алған код ярҙамында йомғаҡлау протоколдарын төҙөү технологияһы уңышлы ҡулланылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть