Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса проектта пилот төбәге булды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Рәсәйҙең стратегик үҫешенең 11 өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһен бойомға ашырыу барышында «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» йүнәлешенең проект комитеты 2017 йылда Башҡортостан Республикаһының илдең алты пилот төбәге иҫәбендә хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу программаһында ҡатнашыуы тураһында ҡарар ҡабул итте. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә белдерҙеләр.

Ошо программала республикалағы аҙыҡ-түлек, химия сәнәғәтендә, төҙөлөш материалдарын етештереү, машиналар эшләү һәм башҡа тармаҡтарҙа эшмәкәрлеген тормошҡа ашырған бер нисә ҙур предприятиеның ҡатнашыуы күҙаллана. Бынан тыш, һәр компания буйынса, уның үҙенсәлегенән сығып, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса шәхси план төҙөү күҙ уңында тотола. Предприятиеларҙа кадрҙар ҡеүәтен камиллаштырыу, һаҡсыл етештереү принциптарын индереү, етештереү процесын оптималләштереү, шулай уҡ бушатылған хеҙмәткәрҙәрҙең артабанғы мәшғүллеген тәьмин итеү мәсьәләһенә айырым иғтибар бүленәсәк.

Тиҙҙән республика хөкүмәте менән төбәктең бурыстарын үҙ эсенә алған тейешле килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана. Атап әйткәндә, программала ҡатнашҡан предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген бер йылдан һуң 5 процентҡа, һигеҙ йыл үткәс 30 процентҡа күтәреүҙе күҙ уңында тотҡан мәшғүлеккә ярҙам итеү һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса төбәк программаһы әҙерләнәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть