Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу башланды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Шишмә районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Агро-Альянс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баҫыуҙарында ошо аҙнала башланған шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу барышы менән танышты.

Хужалыҡ директоры Руслан Хәмитов яҡшы уңыш көтөүен билдәләне. Быйыл шәкәр сөгөлдөрөн сәсеү өсөн 1 400 гектар ер бүленгән. Тамыраҙыҡтарҙың тулайым йыйымы 550 мең тонна тәшкил итер тип күҙаллана. Бөгөнгә уртаса уңыш – гектарынан 350-400 центнер самаһы. Алдағы көндәрҙә йыйып алынған шәкәр сөгөлдөрөн Раевка шәкәр заводына тапшырыу ойоштороласаҡ.

Шәкәр сөгөлдөрөн йыйыуға шәхси һәм ялланма техника, шул иҫәптән Holmer Т-2 сөгөлдөр йыйыу комбайндары һәм Franz Kleine RL 350 V сөгөлдөр таҙартыу комбайны йәлеп ителгән. Быйыл хужалыҡ тәүлегенә 30 гектарға тиклем йыйып алған заманса ROPA euro-Tiger V8-4 сөгөлдөр йыйыу комбайнын һатып алған. Ул тамыраҙыҡты сифатлы һәм таҙа итеп ҡаҙып алырға мөмкинлек бирә. Рөстәм Хәмитов яңы техниканың мөмкинлектәрен баһаланы, уңышты арттырыу һәм етештереүҙе киңәйтеү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Ураҡ кампанияһы барышы хаҡында һөйләгәндә, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов республикала 2,5 миллион тонна ашлыҡ һуғылған, гектарынан уртаса уңыш 22 центнер тәшкил итә тип билдәләне. Сәсеү майҙандарының өстән ике өлөшөндә уңыш йыйыу тамамланған. Ужым культураларын сәсеү дауам итә. Бөгөнгә 650-700 мең гектар планға ҡарата 325 мең гектарҙан ашыуында сәселгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть