Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Фанаттар йырсы Хәниә Фәрхи иҫтәлегенә флешмоб ойошторҙо — видео

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

7 сентябрҙә танылған йырсы Хәниә Фәрхиҙең үлгәненә 40 көн тулды. Ҡазанда Ғ. Камал исемендәге Татар театры янында уның иҫтәлегенә бағышланған флешмоб үтте.

Флешмобты ойоштороусы Ринат Шәйәхмәтов хәбәр итеүенсә, акцияға бөтәһе 400-ҙән ашыу кеше йыйылды. Йырсының ижадын һөйөүселәр уның тәүге хиттарының береһен — «Әлдермеш» йырын башҡарҙы. Кешеләр бергәләп йырланы, күптәр үҙҙәре менән йырҙың тексын алып килгән. Флешмобта ҡатнашыусылар араһында ололар ҙа, йәштәр ҙә бар ине.

Йырсының Башҡортостанда йәшәгән фанаттары ла хәтер акцияһын уҙғарырға йыйына.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, башҡорт-татар эстрадаһы йондоҙо Хәниә Фәрхи 2017 йылдың 27 июлендә йөрәк өйәнәгенән һуң 57 йәшендә яҡты донъянан китте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть