Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Шишмә май экстракцияһы заводында тулы цикллы етештереү булдырыласаҡ

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Шишмә районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Шөңгәккүл ауылында Шишмә май экстракцияһы заводының («Сигма» холдингына инә) сеймал базаһында булды. Бында предприятие көнбағышты ҡабул итә һәм һаҡлай, һуңынан уны эшкәртеүгә оҙата.

Завод директоры Айҙар Яҡуповтың һүҙҙәренсә, йыл дауамында Шөңгәккүл базаһы аша 120-150 мең тонна көнбағыш үтә, өҫтәүенә сеймал Башҡортостан хужалыҡтарынан ғына түгел, Ырымбур, Һамар, Ульяновск, Силәбе өлкәләренән дә килтерелә. Көн һайын завод 1000 тонна орлоҡ эшкәртеп, көнбағыш майы һәм башҡа продукттар сығара.

База биләмәһендә заманса элеватор төҙөлгән. Уға инвестициялар 800 миллион һум тиерлек тәшкил иткән. Элеватор комплексында өс ашлыҡ киптергес һәм ун силос соҡоро бар. Етештереүҙе автоматлаштырыу арҡаһында элеваторҙы сменаһына бөтәһе өс кеше хеҙмәтләндерә.

Әлеге ваҡытта былтырғы уңышты эшкәртеү тамамлана, элеваторҙарҙы һәм ашлыҡ киптергестәрҙе яңы уңышты ҡабул итергә әҙерләйҙәр. Быйыл һауа шарттарына бәйле көнбағыштың һуңғараҡ өлгөрөүе көтөлә, шуға күрә ҡабул итеүҙе сентябрҙең өсөнсө декадаһынан да алдараҡ башламау күҙаллана. Май орлоҡтарын эшкәртеү улар етерлек күләмдә тупланғас ҡына башлана.

Республика башлығы завод етәкселеге менән предприятиены артабан үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе. Айҙар Яҡупов Шишмә май экстракцияһы заводын комплекслы төҙөкләндереү тамамланыуын хәбәр итте. Уға һалынған инвестициялар яҡынса 4 миллиард һум булған. Әле үҫемлек майҙарын үлсәп төрөү цехын төҙөүгә әҙерлек бара. Был заводта туллы цикллы етештереү булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Шулай итеп, тиҙҙән республикала тәүлегенә 400 мең литр шешәгә тиклем етештереүсәнлек менән үҫемлек майҙарын үлсәп төрөү буйынса шәхси ҡеүәттәр барлыҡҡа киләсәк. Бынан тыш, ошо объектты файҙаланыуға тапшырыу өҫтәмә рәүештә 60 эш урыны булдырасаҡ.

– Завод эргәһенән йыш үтеп йөрөйөм, хәҙер барыһының яңыса, заманса, ҡыҙыҡлы булыуын күрәм, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Һеҙгә уңыштар, һәм, әлбиттә, яңы уңышты йыйып алыуығыҙҙы теләйем.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть