Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә тантаналы рәүештә VI «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале асылды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә тантаналы рәүештә VI «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале асылды. Фестивалдә ҡатнашыусылар, милли костюмдарҙа һәм төрлө илдәрҙең, республикаларҙың флагтарын тотоп, Театр урамы буйлап үтте. Фестивалде асыу тантанаһы М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры алдындағы майҙанда булды. Ете башҡорт ырыуы вәкилдәре ҡунаҡтарҙы уларҙың туған телендә сәләмләне.

«Бөгөн республикабыҙ, ҡалабыҙ йәнә күптән көтөп алған һоҡланғыс сараны ҡабул итә. Уның исемен телдәребеҙҙең береһенә лә тәржемә итергә кәрәкмәй. Туғанлыҡ, дуҫлыҡ тойғоларынан да яҡыныраҡ нимә булыуы мөмкин? Бөгөн донъяла бик күп ҡот осҡос, фажиғәле ваҡиғалар булып тора, уларҙы күреп, йөрәккә ҡан һауа. Аллаға шөкөр, беҙҙә театр, тәүге саҡырыу буйынса уҡ Башҡортостанға килгән туғандарыбыҙ бар. Улар аҙна буйына өфөләргә һәм баш ҡала ҡунаҡтарына үҙҙәренең сәнғәтен, оҫталығын, Хоҙай тарафынан бирелгән һәләтен күрһәтәсәк», — тине фестивалде асып, республика Хөкүмәте вице-премьеры Салауат Сәғитов.

Фестивалдең номинациялары, тәнҡитселәр коллегияһы һәм жюри ағзалары менән таныштырыу булды. Ҡатнашыусыларҙы фестиваль жюрийы рәйесе — билдәле режиссер, М. Горький исемендәге Ырымбур драма театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең халыҡ артисы Рифҡәт Исрафилов һәм тәнҡитселәр коллегияһы ағзаһы, театр белгесе Андрей Ястребов (Мәскәү) сәләмләне. Рифҡәт Вәкил улы «Туғанлыҡ» фестиваленең ойошторолоу тарихын иҫкә төшөрҙө, уның идеяһы 1991 йылда Театр эшмәкәрҙәре союзының ул саҡтағы рәйесе Михаил Ульяновтың кабинетында барлыҡҡа килә. Ул Башҡортостандың баш ҡалаһындағы фестивалде Рәсәйҙең милли театрҙар фестивалдәрен башлап ебәреүсе тип атаны.

Ҡатнашыусылар, ҡунаҡтар һәм өфөләр өсөн театр алдындағы майҙанда Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Йатаған» этно-төркөмө, йырсы Әлфиә Ниғмәтуллина, «Зәйнетдин» этно-шоу проекты сығыш яһаны. Театр йолаһына ярашлы, Әбйәлил районының «Миләш» халыҡ ансамбле артистары сығыштан һуң ҡунаҡтарға уңыш йылмайһын өсөн тәңкәләр таратты. Ҡунаҡтарҙы ҡымыҙ һәм сәк-сәк менән һыйланылар.

7-14 сентябрҙә баш ҡалала Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитовтың булышлығы менән «Туғанлыҡ» фестивале үтә. Театр форумына Хакасия, Ҡырғыҙстан, Дағстан, Азербайжан, Ҡабарҙа-Балҡар, Сыуашстан, Ҡаҙағстан, Татарстан һәм Башҡортостандан төрки донъяһының ижади коллективтары йыйылды.

Теги: фестивали
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть