Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә бер ир үҙенең тәҙрәһенән байкерҙарға тоҫҡап атҡан

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә хаҡлы ялдағы бер ир үҙенең фатиры тәҙрәһенән байкерҙарға тоҫҡап атҡан. «Комсомольская правда-Уфа» хәбәр итеүенсә, уның нервыһы ҡаҡшаған. Пуля зыян күргәндәрҙең береһенең тубығына, икенсеһенең янбашына эләккән, пассажир ҡыҙ ҙа яраланған. Енәйәт пневматик мылтыҡ ярҙамында яһалған.

Йәрәхәтләнгән байкерҙар полицияға ғариза яҙған. Ләкин ғариза биреүселәрҙең экспертизаға һәм һорау алыуға килмәүе сәбәпле, эш ябылған.

Быға тиклем Пушкин урамындағы 43-сө йортта йәшәүселәр мотоциклсыларға бер нисә тапҡыр ялыу яҙған. Төн уртаһындағы шау-шыу кешеләргә йоҡларға ҡамасаулай. Улар Пушкин — Ғафури киҫелешендә байкерҙар хәрәкәтененең тиҙлеген сикләү өсөн «ятҡан полицейскийҙар» ҡуйыуҙарын һораған. Ләкин ЮХХДИ бының маҡсатлы ярашлы булмауына бәйле баш тартҡан.

Ошо йортта йәшәүселәр мөрәжәғәттәрен республика хөкүмәтенә ебәргән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть