Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Владимир Путин Көнсығыш иҡтисади форумы эшендә ҡатнаша

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Көнсығыш иҡтисади форумының пленар сессияһында ҡатнашты. «РИА Новости» хәбәр итеүенсә, дәүләт башлығы Рәсәйҙең төбәк иҡтисади интеграцияһына мөнәсәбәте, шул иҫәптән ҙур Евразия киңлеген булдырыу, Алыҫ Көнсығышты үҫтереү контексында, шулай уҡ Азия-Тымыҡ океан төбәгендә киҫкен сәйәси саҡырыуҙар һәм янауҙар хаҡында һөйләне.

Рәсәй властары Алыҫ Көнсығышты донъялағы мөһим логистик үҙәктәрҙең береһенә әүерелдерергә теләй. Путин билдәләүенсә, ил көнсығыш, көнбайыш партнерҙар өсөн бөтә өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек өсөн асыҡ.

Көнсығыш иҡтисади форумы Владивостокта өсөнсө тапҡыр үтә, быйыл 6-7 сентябрҙә. Форум ҡунаҡтары иҫәбендә Япония премьер-министры Синдзо Абэ, Көньяҡ Корея президенты Мун Чжэ Ин һәм Монголия президенты Халтмаагийн Баттулга бар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть