Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә VI «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале асыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә VI «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале асыла. Фестиваль баш ҡалала 7-14 сентябрҙә уҙғарыла. Театр форумы Хакасия, Ҡырғыҙстан, Дағстан, Азербайжан, Ҡабарҙа-Балҡар,Сыуашстан, Ҡаҙағстан, Татарстан һәм Башҡортостандан төрки донъяһының ижади коллективтарын йыя.

Киске сәғәт 5-се яртыла М. Ғафури исемендәге Башҡорт театры алдында фестивалде асыу тантанаһы һәм ҡатнашыусылар парады була. Унан алда фестиваль ҡунаҡтары Салауат Юлаев һәйкәленә сәскә һала.  

Спектаклдәрҙе «Туғанлыҡ-2017» фестивале жюрийы баһалай. Йола буйынса, конкурс спектаклдәрен театр тәнҡитселәре коллегияһы ҡарай һәм тикшерә.

Фестиваль барышында Б. Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда Мәскәү Театр тәнҡитселәре ассоциацияһының театр белгесе Игорь Овчинниковтың «Театрҙа интернет технологиялары», «Театр маркетингы» лекцияһы, Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының милли театрҙар кабинеты рәйесе Борис Манджиев менән түңәрәк өҫтәл һәм Б. Щукин исемендәге Театр институты ректоры, Рәсәйҙең халыҡ артисы Евгений Князев (Мәскәү) менән ижади осрашыу үткәрелә.

«Төрки телле театр һәм мәҙәниәттәр диалогы» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияның махсус ҡунағы — театр белгесе, Голдсмитс университеты профессоры Мария Шевцова (Бөйөк Британия, Лондон).

Сара барышында шулай уҡ М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында конкурста ҡатнашҡан театр артистары менән этноконцерт һәм Ҡырмыҫҡалы районында Театр йыйыны ҡаралған.

VI «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивален ябыу тантанаһы 14 сентябрҙә киске сәғәт 7-лә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия театрында үтә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть