Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан Хөкүмәте «Өфө» аэропортының аэровокзал комплексын төҙөкләндереүгә 500 миллион һум аҡса бүлде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостан Хөкүмәте «Өфө» халыҡ-ара аэропорты» акционерҙар йәмғиәтенең эске һауа юлдарының аэровокзал комплексын төҙөкләндереүгә бюджет инвестицияларын бүлеү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Транспорт буйынса дәүләт комитетында аңлатыуҙарынса, ҡарар 2017 йылда эске һауа юлдарының аэровокзал комплексын реконструкциялау өсөн 500 миллион һум биреүҙе күҙ уңында тота.

Инвестициялар объекттың пассажирҙар үткәреү һәләтен сәғәтенә 600-ҙән 1200-гә тиклем арттырырға тейеш.

Бынан тыш, бүленгән аҡса аэропорттың инженер селтәрҙәре торошон яҡшыртырға, пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген арттырырға, вокзал яны майҙанын киңәйтергә мөмкинлек бирә.

Төҙөкләндереүҙе 2019 йылда тамамларға ниәтләйҙәр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть