Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә Табын ырыуы һәм табындар хаҡында китап сыҡты

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Өфөлә«Матбуғат донъяһы» нәшриәтендә табын ырыуы вәкилдәренең IV съезы документтары һәм материалдары тупланған «Беҙ — табындар» китабы донъя күрҙе. Унда форумдың ҡыҫҡаса стенограммаһы, тарих фәндәре докторы, профессор Булат Аҙнабаевтың «Башҡорт этносында табын ҡәбиләһенең роле» исемле доклады, делегаттарҙың сығыштары һәм тәҡдимдәре, шулай уҡ съездың резолюцияһы һәм башҡа документтар урын алған. Йыйынтыҡтың авторы һәм төҙөүсеһе — билдәле журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Нияз Сәлимов.

«Табындарҙың күренекле шәхестәре» бүлегендә башҡорт халҡын республиканан ситтә танытҡан арҙаҡлы мәғрифәтселәр, ғалимдар, яҙыусылар, хәрби етәкселәрҙең исемдәре бирелгән. Улар араһында Ғәли Соҡорой, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Мөхәмәтша Буранғолов, Мәжит Ғафури, Муса Мортазин, Абдулҡадир Инан, Шакирйән Мөхәмәтйәнов (Александр Матросов), Йәлил Кейекбаев, Әнғәм Атнабаев бар.

Китаптың эске яғында башҡорт халҡының социаль-иҡтисади һәм мәҙәни-рухи үҫешенә ҙур өлөш индергән Мөхәмәт Алсынбаев, Ғиндулла Шәйәхмәтов, Спартак Ильясов һәм Фәнзил Сыңғыҙовтың фотоһүрәттәре урынлаштырылған.

Ирек Кинйәбулатовтың һүҙҙәренә яҙылған «Табындар йыры», Мәүлит Ямалетдин һәм Фәрғәт Ҡотлобаевтың шиғырҙары, шулай уҡ IV съездан һәм йәй көнө Архангел районында үткән Табын йәштәре фестиваленән фотоһүрәттәр — быларҙың барыһы ла Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған китапты һиҙелерлек байытты.

Белешмә. Бөгөн табын ырыуы вәкилдәре Архангел, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Ҡариҙел, Тәтешле, Ауырғазы, Дәүләкән, Әбйәлил, Салауат һәм башҡа райондарҙа, шулай уҡ Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар өлкәләрендә һәм Татарстандың Мөслим районында йәшәй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть