Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөнән Дмитрий Гусаров шашка буйынса йәштәр араһында донъя беренселегендә уңышлы сығыш яһаны

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Болгарияла IDF версияһы буйынса шашка-64 буйынса йәштәр араһында донъя беренселеге тамамланды.

Өфөнән 16 йәшлек Дмитрий Гусаров 19 йәшкә тиклемге егеттәр араһында сығыш яһап, өс программала алтын һәм көмөш миҙал яуланы.

Интеллектуаль ярыштарҙа бөтәһе 14 илдән 200-гә яҡын егет һәм ҡыҙ ҡатнашты, улар 8-ҙән 26 йәшкәсә алты йәш төркөмөндә сығыш яһаны.

Шашка-64 буйынса милли командала Дмитрий Гусаров Башҡортостандан берҙән-бер вәкил булды.

Дмитрий Гусаров — Өфөләге 23-сө спорт мәктәбе һәм «Башнефть» профессиональ шашка клубы тренерҙары тәрбиәләнеүсеһе. Шашка буйынса Рәсәйҙең йәштәр йыйылмаһына инә. Спорт карьераһында ғәмәлдәге донъя чемпионы Арунас Норвайшасты еңгән (Литва), донъя чемпионаттары призерҙары менән тигеҙ һөҙөмтәләргә өлгәшкән, тип хәбәр иттеләр «Башнефть» профессиональ шашка клубының матбуғат хеҙмәтендә.

Теги: шашка
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть