Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда граждандарҙы авариялы торлаҡтан күсереү буйынса адреслы программа тамамланды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

1 сентябрҙә Башҡортостанда 2013-2017 йылдарҙа ғәмәлдә булған халыҡты авариялы һәм иҫке фондтан күсереү буйынса адреслы программа тамамланды. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, программаны тормошҡа ашыра башлағанда республикала дөйөм майҙаны 387 мең квадрат метрлыҡ бер меңдән ашыу авариялы йорт иҫәпләнгән.

Биш йыл буйына майҙаны 443 мең квадрат метрлыҡ 389 күп фатирлы йорт төҙөлгән, өйҙәргә 28 меңдән ашыу кеше күсерелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть