Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Мәскәүҙә Башҡорт драма театрының «Хыялға ҡаршы» спектаклен күрһәттеләр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Мәскәүҙә «Артмиграция» йәш режиссура фестивале барышында Башҡорт драма театрының «Хыялға ҡаршы» спектакле (режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев) күрһәтелде. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, йөҙҙән ашыу театр араһынан етәүһе генә иң яҡшылары тип танылды һәм Мәскәү театрында сығыш яһау хоҡуғын алды.

«Страстной бульварындағы Театр үҙәге бөтә тамашасыларҙы ла һыйҙырып бөтә алманы. Мәскәүҙәр спектаклде һоҡланып ҡабул итте», — тип һөйләне яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов. Спектакль уның «Ҡалдырма, әсәй!» китабы буйынса эшләнде һәм сәхнәләштерелде.

Ошо спектаклде сәхнәгә ҡуйған ижади төркөмдөң барыһы ла тиерлек (режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев, актерҙар Артур Кәбиров, Фәнис Рәхмәтов, Урал Әминев, Ринат Баймырҙин) Щепкин исемендәге Театр институтын тамамлаған. Сараға уҡытыусылары ла килгәйне, улар уҡыусыларының уңыштарын ғорурланып ҡарап ултырҙы.

Һуңынан фекер алышыу ойошторолдо, тамашасылар спектакль авторҙарына үҙҙәренең һорауҙарын бирҙе. Ижади төркөмгә тантаналы шарттарҙа Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының рәхмәт хаты тапшырылды.

«Иҫ китерлек спектакль ҡараным! Актерҙарҙың уйнауы, режиссура яҡшы кимәлдә булды. Күңел паклығы, ябайлыҡтың һәм аҡылдың тура килеүе, балалар йорто тураһында тарихты бәйән итеү теләге йөрәккә үтеп инә. Ошо спектаклде ҡуйыусыларҙың һәммәһенә лә рәхмәт!» — тип яҙған спектаклде ҡараған тамашасыларҙың береһе.

Теги: театр
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть