Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республика парламентарийҙары өс профилле комитет ултырышын үткәрә

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Шаршамбы, 6 сентябрҙә, Дәүләт Йыйылышында өс комитеттың ултырышы була.

Урындағы үҙидара, гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары комитеты тәүге уҡыуҙа «Башҡортостан Республикаһында муниципаль хеҙмәт тураһында» төбәк законына үҙгәрештәр һәм асыҡ саралар хаҡында ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса төҙәтмә индереүҙе ҡарай.

Икенсе уҡыуҙа Башҡортостандың һайлауҙар тураһында кодексына һәм «Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидара тураһында» законға үҙгәрештәр өҫтөндә эш дауам итә.

Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше комитетына ингән депутаттар күп фатирлы йорттарҙағы торлаҡ милекселәренең дөйөм мөлкәтенә ҡарата энергияны һаҡлау һәм уның һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса ҡануниәттең үтәлешен баһалай. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афониндың, «ЭСКБ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Андрей Травкиндың, «Башҡортостан Республикаһының төбәк операторы» фонды коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының генераль директоры Борис Герасимовтың, Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе Илдар Шафиҡовтың сығыштары ҡаралған.

Көндөҙгө сәғәт 4-тә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты ултырышы була.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть