Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡорт режиссерҙарының фильмдары Анапала «Киношок» кинофестиваленең конкурс программаһында ҡатнаша

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡорт режиссерҙарының фильмдары «Киношок» кинофестиваленең конкурс программаһында ҡатнаша. Мәҫәлән, 4 сентябрҙә конкурс программаһы Айнур Асҡаровтың «Өфөнән һөйөү менән» тулы метражлы фильмы менән асылды.

6 сентябрҙә кинофестиваль тамашасылары режиссер Фәрзәнә Утарбаеваның «Ҡырағай» ҡыҫҡа метражлы фильмын ҡарай ала.

Анапала XXVI «Киношок» асыҡ фестивале бара. 3-9 сентябрҙә фестивалдә биш конкурс ҡаралған: тулы, ҡыҫҡа, телевизион фильмдар, «Киномалышок» балалар өсөн фильмдар һәм документаль кино.

Конкурс йомғаҡтары 9 сентябрҙә иғлан ителә. Йәйге эстрадала XXVI «Киношок» фестивален ябыу тантанаһы була. Театр майҙансығында тулы метражлы фильмдар программаһында еңеү яулаған фильм күрһәтелә.

Быйыл фестиваль жюрийы һәм ҡунаҡтары араһында танылған кинематографистар: Александр Прошкин, Юрий Клименко, Елена Цыплакова, Одельша Агишев, Светлана Тома, Мая Аймедова, Ходжакули Нарлиев, Марина Яковлева, Алексей Булдаков, Мария Голубкина, Сергей Варчук, Наталья Громушкина, Сергей Шустицкий, Дарья Мороз һәм башҡалар бар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть