Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Кинематографистар союзының Йәштәр үҙәген Гөлфиә Шәрипова етәкләне

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостан Кинематографистар союзының Йәштәр үҙәген Гөлфиә Шәрипова етәкләне. Продюсер, Өфөләге МакГаффин исемендәге кино мәктәбе директоры, быға тиклем Йәштәр үҙәгенең башҡарма директоры вазифаһын үтәгән.

Бынан алдағы рәйес — режиссер Айнур Асҡаров Мәскәүгә күсеү сәбәпле был вазифанан китте. Шуға ҡарамаҫтан, ул үҙәктең эшендә әүҙем ҡатнашырға йыйына. Кинематографистар союзынан Йәштәр үҙәге кураторы итеп режиссер, Башҡортостан Кинематографистар союзы ағзаһы Таңсулпан Бураҡаева һайланды.

«Башҡортостан» киностудияһында Башҡортостан Кинематографистар союзы Йәштәр үҙәгенең йыйылышы булды. Осрашыуға төбәктә һәм илдә кино төшөрөүҙе үҫтереүҙең мөһим мәсьәләләрен тикшереү өсөн республиканың иң әүҙем һәм өмөтлө йәш кинематографистары йыйылды.

Осрашыу барышында ҡатнашыусылар III Башҡорт дебютанттар питчингын ойоштороу мәсьәләләрен ҡараны. Сара 12-14 октябрҙә «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивале һәм Бөтә Рәсәй дебютанттар питчингы сиктәрендә үтә. Өфөләр яратып өлгөргән «Башҡортостандың йәш киноһы» фестивален уҙғарыу осрашыуҙа тикшерелгән мәсьәләләрҙең береһе булды. Ҡатнашыусылар үҙҙәренең тәҡдимдәрен индерҙе, фекерҙәре менән бүлеште.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть