Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала үтә түбән инфляция билдәләнә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостанда аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың аҡрын артыуы күҙәтелә. Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, август аҙағына тикшерелгән социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлек 1,5 процентҡа ғына ҡиммәтләнгән, өҫтәүенә исемлектең яртыһы тиерлек 1-13 процентҡа арзанайған.

Ҡара сәйгә (килограмы уртаса 688 һум), дөгөгә (килограмы 50 һум), ҡаймаҡҡа (килограмы 189 һум) хаҡтар 1,5 процентҡа артҡан. Сусҡа ите бөтөнләй ҡиммәтләнмәгән (234). Һыйыр ите (300) 0,7 процентҡа, көнбағыш майы (90,6), сырҙар (411) — 0,6, аҡ май (478) 0,1 процентҡа ҡыйбатланған.

Бер тиҫтә йомортҡа 0,5 процентҡа (36,8), стерилләнгән һөт — 0,3 (57), пастеризацияланған һөт — 0,1 процентҡа артҡан (45,5).

Эремсеккә хаҡтар 0,01 процентҡа төшкән (килограмы 291 һум тора). Һыуытылған тауыҡ ите, туңдырма, ҡарабойҙай, шәкәр 1,9-0,5 процентҡа арзанайған. Миҙгелгә бәйле һуған, картуф, кишер, кәбеҫтә, алма 6-13 процентҡа осһоҙланған.

Дөйөм алғанда, йыл башынан Башҡортостанда инфляция 1 процент тәшкил иткән. Был — илдә иң һәйбәт күрһәткестәрҙең береһе. 2016 йылдың ғинуар-август айҙарында инфляция 3 процент булған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть