Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

БРИКС банкы Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөн финанслай – Путин

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Владимир Путин, Сямэнь ҡалаһында БРИКС саммиты эшенә йомғаҡ яһап, БРИКС Яңы үҫеш банкының төп бурыстарын әйтеп үтте. Был тәү сиратта халыҡ-ара кредит рейтингын алыу, ул Яңы үҫеш банкына биш дәүләттең баҙарында ҡиммәтле ҡағыҙҙар сығарырға мөмкинлек бирәсәк. «БРИКС илдәренең милли валюталарында кредитлауға тиҙерәк күсергә кәрәк», — тип билдәләне Рәсәй Президенты. Путин Яңы үҫеш банкы ҡарамағында проекттарҙы әҙерләү буйынса Техник ярҙам фондын булдырыуҙы мөһим ҡарар тип атаны.

БРИКС банкы линияһы буйынса ҙур инвестиция проекттары әҙерләнгән, шуларҙың өсәүһе — Рәсәйҙеке, тип хәбәр итте ул. Улар — суд системаһын камиллаштырыу, Волга бассейны ҡалаларының һыу-хужалыҡ объекттарын яңыртыу һәм Өфөлә юл төҙөү (ҡала аша М7 һәм М5 трассаларын берләштергән Көнсығыш сығыу юлы). Владимир Путин ике йыл элек Өфөнөң БРИКС саммитын ҡабул итеүен иҫкә төшөрҙө.

Яңы үҫеш банкы Башҡортостан хөкүмәтенең 4,5 миллиард һум күләмендәге өлөшөн индерә. Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөнөң проект хаҡы — 29 миллиард һум. Июндә Петербург иҡтисади форумында республика «Башҡортостан концессия компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән концессия килешеүе төҙөнө.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть