Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Өс көндә Өфө йәрминкәләрендә 8,4 тонна бал һатылған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Баш ҡалала үткән ауыл хужалығы йәрминкәләрендә дөйөм суммаһы 5264,5 мең һумлыҡ 8,4 тонна бал, 2,2 тонна картуф һәм 1,8 тонна йәшелсә һатылған. Уҙған ял көндәрендә Өфөнөң өс майҙанында көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторолдо. Унда 29 муниципаль райондан ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Бер килограмм балды уртаса 300-1100 һумға, картуфты — 13-14, һуғанды — 13-45, кишерҙе — 15-47, сөгөлдөрҙө — 15-42, кәбеҫтәне 15-42 һумға һатып алырға мөмкин ине.

Ял көндәрендәге ауыл хужалығы йәрминкәләренә өс меңдән ашыу кеше килде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть