Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда V Төбәк-ара мөнәжәт әйтеүселәр бәйгеһе уҙғарыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда V Төбәк-ара мөнәжәт әйтеүселәр бәйгеһе уҙғарыла. Конкурс 20 сентябрҙә Сибайҙа Балалар ижады үҙәгендә була (Чайковский урамы, 1).

Төбәк-ара мөнәжәт әйтеүселәр бәйгеһендә өс номинация ҡаралған:

— мөнәжәт әйтеү,

— нәсихәт башҡарыу,

— Мәүлит Ямалетдиновтың шиғри юлдарға һалынған Ҡөрьән сүрәләрен башҡарыу.

Һәр ҡатнашыусы төрлө характерҙағы ике йәки өс әҫәр башҡара. Конкурс ике йәш категорияһында (17 йәшкә тиклем, 18 йәштән өлкәндәр) яңғыҙ башҡарыусылар һәм коллективтар араһында үтә. Бәйге йомғаҡтары буйынса еңеүселәргә бер Гран-при һәм һәр йәш категорияһы буйынса һәр номинацияла 1-се, 2-се, 3-сө урындар бирелә. Ҡатнашыусыларҙың сығыштарын компетентлы жюри баһалай, уның составына Башҡортостандың билдәле сәсәндәре, мәҙәниәт һәм мәғариф эшмәкәрҙәре инә.

Ғаризалар 15 сентябргә ҡәҙәр Сибай ҡалаһы, Горняков проспекты, 14 адресы буйынса ҡабул ителә. Сибай сәнғәт колледжы, Мәүлитова Регина Шамил ҡыҙы, телефон һәм факс: 8(347-75) 2-46-32; 8-937-312-17-21, электрон адрес: regstar88@mail.ru.

Конкурсты ойоштороусылар: Республика халыҡ ижады үҙәге булышлығында Сибай ҡалаһы хакимиәте, Сибай сәнғәт колледжының «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбе, Сибайҙың Ағинәйҙәр ҡоро, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Бәйгенең маҡсаттары һәм бурыстары:

— башҡорт милли мәҙәниәтенең һирәк башҡарылған жанрын һаҡлап ҡалыу;

— иң яҡшы мөнәжәт, нәсихәт, Мәүлит Ямалетдиновтың Ҡөрьән сүрәләренә шиғри аңлатмаларын башҡарыусыларҙы асыҡлау;

— мөнәжәттәр башҡарыуға һәм уны тергеҙеүгә йәмәғәт ойошмаларының иғтибарын йәлеп итеү;

— тере мираҫ миҫалында йәштәрҙә эстетик зауыҡ һәм илһөйәрлек тәрбиәләү.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть