Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Владимир Путин Һиндостандың премьер-министры менән осрашты

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Сямэнь ҡалаһында Владимир Путин Һиндостандың премьер-министры Нарендра Моди менән осрашты. Ике илдең мөнәсәбәттәрен үҫтереү мөмкинлектәре һәм ағымдағы мәсьәләләр тикшерелде.

Рәсәй президенты ике ил мөнәсәбәттәренең тәрән тарихи тамырҙарын билдәләп үтте. «Беҙ тышҡы сәйәси ведомстволар, хөкүмәттәр кимәлендә лә даими бәйләнештәбеҙ, хәрби-техник хеҙмәттәшлекте әүҙем үҫтерәбеҙ. Әгәр былтыр сауҙа мөнәсәбәттәребеҙҙә 1,6 процентҡа түбәнәйеү күҙәтелһә, быйыл тәүге ярты йыллыҡта 22 процентҡа үҫеш һиҙелә. Беҙгә, һис шикһеҙ, ошо ыңғай тенденцияны һаҡлап ҡалырға кәрәк», — тине Владимир Путин.

Нарендра Моди, үҙ сиратында, Петербург иҡтисади форумындағы берлектәге эште иҫкә төшөрҙө: «Мин ошо осрашыуҙы, Һеҙҙең ҡунаҡсыллыҡты, мине ҡабул иткән кимәлде бер ҡасан да онотмаясаҡмын. Эшлекле мөхит миңә бик оҡшаны. Мөнәсәбәттәребеҙҙең кимәлен күтәреү өсөн, шулай уҡ Һеҙҙең етәкселек аҫтында нисек бергәләп эшләй, донъялағы иҡтисади хәлде тикшерә һәм уны яңы кимәлгә сығара аласағыбыҙҙы аңланым».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть