Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Берҙәм тауыш биреү көнөндә Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге иртәнге сәғәт 10-дан эшләй

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

2017 йылдың 10 сентябрендә берҙәм тауыш биреү көнөндә Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге иртәнге сәғәт 10-дан эшләй башлай. Һайлауҙарға әҙерләнгәндә тәүге тапҡыр ошондай үҙәк асылды. 26 июлдәге асыу тантанаһы кешене әлеге ваҡыттағы урыны буйынса һайлаусылар исемлегенә индереү буйынса ғаризалар ҡабул итә башлауға арналғайны. Уның эше 12 сентябрҙә тамамлана.

8-800-301-12-09 телефоны буйынса һайлаусыларға, кандидаттарға, сәйәси партияларҙың вәкилдәренә һәм һайлау процесының башҡа ҡатнашыусыларына төрлө мәғлүмәт алыу мөмкинлеге бар.

«Шуны билдәләп үтергә кәрәк: әлеге ваҡытта төбәк һайлауҙары барған субъекттарҙың күпселек һайлау комиссиялары үҙаллы рәүештә һанаулы минуттар эсендә төбәктәге теләһә ниндәй һайлау участкаһын табырға мөмкинлек биргән эҙләү системаһын әҙерләгән. Тикшереү күрһәтеүенсә, уларға мөрәжәғәттәр бик әүҙем килә», — тип хәбәр иттеләр үҙәк һайлау комиссияһында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть