Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Рәсәй иҡтисади үҫеш темптарын тергеҙеү юлына сыға – Путин

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Рәсәй иҡтисади үҫеш темптарын тергеҙеү юлына сыға, тип белдерҙе бөгөн, 4 сентябрҙә, БРИКС саммитының киңәйтелгән составтағы ултырышы барышында Рәсәй Президенты Владимир Путин. «Беҙ иҡтисади үҫеш темптарын тергеҙеү юлына сығабыҙ. Улар Һиндостанда йәки Ҡытайҙағы кеүек түгел, әммә түбәнәйгәндән һуң иҡтисадтың 2 проценттан ашыуға артыуын күрәбеҙ», — тип белдерҙе ул.

«Беҙ Рәсәй өсөн рекордлы инфляцияны кәметеүгә өлгәштек», — тип хәбәр итте Путин. — Әле ул 3,5 процент тәшкил итә, йыл аҙағына 3,7-3,8 процент булыр тип көтәбеҙ», — тип Рәсәй Президентының һүҙҙәрен килтерә «РИА Новости».

Шуның менән бергә Рәсәй башлығы «бөгөн Рәсәй БРИКС илдәре менән иҡтисади хеҙмәттәшлекте тәрәнәйтеүҙе иҡтисадыбыҙҙа көрсөк күренештәрен еңеп сығыу шарттарында тормошҡа ашыра» тип билдәләне.

Шулай уҡ Путин илдә төп капиталға инвестицияларҙың, сауҙа әйләнешенең артыуын, эшһеҙлектең үтә түбән кимәлдә булыуын (5 процент тирәһе), сәнәғәт һәм ауыл хужалығы етештереүендә үҫеш күҙәтелеүен хәбәр итте.

«Иҡтисади үҫеште генә түгел, граждандарҙың етешлеген тәьмин итеүҙә иҡтисадтың көсөн берләштереү буйынса берлектәге эшебеҙ дөйөм үҫешебеҙҙең мөһим факторы булып тора, һәм был беҙҙе кооперацияны көсәйтеүгә көйләргә тейеш», — тип мөрәжәғәт итте Путин БРИКС буйынса коллегаларына.

Саммит бөгөн Көньяҡ Ҡытайҙың Сямэнь ҡалаһында асылды. БРИКС илдәре (Рәсәй, Ҡытай, Бразилия, Һиндостан һәм Көньяҡ Африка Республикаһы) лидерҙары иртән тар составта һөйләшеүҙәр үткәрҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть