Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республика фотографтарын «Вики һәйкәлдәр ярата» халыҡ-ара конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

2017 йылдың 1-30 сентябрендә сираттағы «Вики һәйкәлдәр ярата» халыҡ-ара фотоконкурсы үткәрелә.

Был бәйге 2010 йылдан алып ойошторола һәм иң күп кеше ҡатнашҡан фотоконкурс булараҡ Гиннестың рекордтар китабына индерелгән. Быйыл унда 54 илдең вәкилдәре ҡатнаша. Рәсәйҙә уны «Яндекс нәшриәте» булышлығында Викигид ирекле белешмәләр проекты менән берлектә «Викимедиа РУ» коммерцияға ҡарамаған партнерлыҡ уҙғара. Еңеүселәргә иң яҡшы фотоһүрәттәр өсөн аҡсалата, шул иҫәптән «заманса һәйкәлдәр» йәки «хәүеф янаған мәҙәни мираҫ» тигән тематик приздар тапшырыла. Шулай уҡ еңеүселәр «CityPass в России» компанияһының CityPass туристик карталары менән бүләкләнә.

Конкурста ҡатнашыу өсөн кәрәкле төбәктең һәйкәлдәр исемлеген табып, унда күрһәтелгән теләһә ниндәй объектты фотоға төшөрөү һәм исемлектәге һылтанмалар буйлап һалыу зарур. Һәйкәлдәргә бөтә мәҙәни мираҫ объекттары — тарихи биналар (архитектура һәйкәлдәре), скульптуралар, шулай уҡ археологик һәйкәлдәр ҡарай.

«Фотоконкурстың маҡсаты бер нисә: мәҙәни мираҫ объекттары тураһында мәғлүмәт йыйыу, уларҙың торошон белеү һәм документҡа яҙып ҡуйыу, шулай уҡ ҡатнашыусыларға Рәсәйҙең һәр төбәгендә күпме ҡыҙыҡлы нәмәләр булыуын күрһәтеү. Башҡортостан Республикаһы ла бынан ситтә ҡалмай. Беҙҙең баһалауҙар буйынса, унда 2500-ҙән ашыу мәҙәни мираҫ объекттары бар, Өфөлә генә 800-гә яҡын, һәм уларҙың күбеһе аҙ билдәле. Википедия — бөтә донъялағы ҡатнашыусыларҙы бергә туплаған халыҡ-ара проект. Конкурсҡа ебәрелгән фотоһүрәттәр Википедияға Башҡортостан тарихы, республиканың ҙур туристик ҡеүәте хаҡында мәғлүмәт йыйырға ярҙам итәсәк», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына конкурсты ойоштороусыларҙың береһе, Викигид проекты администраторы Александр Цирлин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть