Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Саҡмағош районының «Базы» ауыл хужалығы етештереү кооперативында бөртөклөләрҙең уңышы рекордлы кимәлгә өлгәшелгән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Саҡмағош районына эш сәфәре барышында «Базы» ауыл хужалығы етештереү кооперативы баҫыуҙарында булды һәм урып йыйыу кампанияһы барышы менән танышты.

Быйыл ауыл хужалығы кооперативында һөрөнтө ер өсөн 24,8 мең гектар бүленгән. Сәсеү майҙандары структураһында бөртөклөләр 14,9 мең гектарҙы биләй, көнбағыш – 2 мең гектар, шәкәр сөгөлдөрө – 1 мең гектар, мал аҙығы – 5,4 мең гектар.

«Базы» хужалығы рәйесе Вадим Соколов һүҙҙәренсә, бөгөнгә 6,4 мең гектар иген йыйып алынған (дөйөм майҙандың 43 проценты), 32, 7 мең тонна ашлыҡ һуғылған. Ғәҙәттәгесә, предприятиела бөртөклөләрҙең уңышы юғары. Мәҫәлән, быйыл ул гектарынан 51,1 центнер тәшкил итә, шул иҫәптән, ужым арышы – 44,8 центнер, ужым бойҙайы – 56 центнер, яҙғы арпа – 51,2 центнер, һоло – 62, 3 центнер, борсаҡ – 33,6 центнер.

Вадим Соколов билдәләүенсә, ужым бойҙайының  «Скипетр» сорты рекордлы уңыш бирә, ул хужалыҡ баҫыуҙарында тәүге тапҡыр ике йыл элек сәселгән. Уның уңышы гектарынан 75-80 центер тәшкил итә.

Агропредприятие ужым игенен сәсә башлаған да инде, әле 4,2 мең гектар майҙанда сәскән.

– Беҙ ужым культуралары: арыш, бойҙай һәм тритикале майҙандарын арттырыу йәһәтенән эште дауам итеүҙе һорайбыҙ. Ужым культураларын культивациялау күҙлегенән республиканың бөтә ҡеүәтен файҙаланабыҙ тип әйтә алмайбыҙ әле, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙә хужалыҡтар төрлө. Эшләргә белмәү һәм теләмәү менән бәйле асыҡтан-асыҡ ҡаршы тороуҙар бар. Һөҙөмтәлә йылдан-йыл ошо хужалыҡтар күп тигәндә гектарынан 15-20 центнер уңыш алып, шуның менән тыныслана. Ләкин беҙ тынысланмайбыҙ. Барыбер яңыса эшләргә мәжбүр итәсәкбеҙ. Сөнки яҡшы уңыш алыу өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.

«Базы» ауыл хужалығы етештереү кооперативында 25 мең тонна ашлыҡты һаҡлау өсөн иген ҡабул итеү пункты, бригадаларҙа 75 мең тонна һыйҙырышлы складтар, 15 мең тоннаға иҫәпләнгән силос соҡорҙары бар. Һуңғы өс йылда етештереүсәнлеге сәғәтенә 150 тонна булған өс ашлыҡ киптергес төҙөлгән.

Быйыл предприятие ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү планын арттырып үтәне.

Республика башлығы әйтеүенсә, бөгөнгә республикала 2,3 миллион тонна ашлыҡ һуғылған. Күпселек хужалыҡтар игенде йыйып алыуҙы – сентябрҙә, төньяҡ-көнсығышта октябрҙә тамамлай.

– 3,5 миллион тонна иген һала алырбыҙ тип ышанам. Әйткәндәй, уңыш яҡшы ғына, – тине Рөстәм Хәмитов. – Республика буйынса гектарынан уртаса уңыш 23 центнер самаһы тәшкил итә. Был – ысын һандар, улар күктән алынмаған, уйлап сығарылмаған. Баҫыуҙарҙағы ошо уңышты йыйып алырға кәрәк. Быйылғы йыл һәйбәт һәм имен булыр тип уйлайым, бары тик һәйбәт эшләү зарур.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть