Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Республиканан уҡытыусы – «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы» бөтә Рәсәй конкурсында иң йәше

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостандан уҡытыусы – «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы» бөтә Рәсәй конкурсында иң йәше. Был мәғлүмәтте педагогик оҫталыҡты ҡарау буйынса ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй мәғариф министры Ольга Васильева белдерҙе.

«Был инде 28-се конкурс. Быйыл бөтә төбәктәр ҙә ҡатнашты. Иң йәш ҡатнашыусыға 23 йәш. Ул уҡытыусы Башҡортостандан, уның педагогик эш тәжрибәһе ике йыл. Иң тәжрибәле ҡатнашыусыға 59 йәш, ул Приморье крайынан, уның стажы 37 йылдан ашыу», — тип мәғлүмәттәрҙе килтерҙе федераль ведомство етәксеһе.

Быйыл федераль финалда айырыуса мәғариф талаптары булған балалар менән эшләүсе уҡытыусылар өсөн яңы номинация барлыҡҡа киләсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ольга Васильева.

Тәүге тапҡыр байрам концертын федераль телеканалдарҙа эфирға сығарасаҡтар.

Конкурста ҡатнашыусыларҙың уртаса йәше быйыл 36 йәш, ул былтырғыға ҡарағанда бер йылға кәмерәк, тип билдәләне конкурсты ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары, «Издательский дом «Учительская газета» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты – баш мөхәррире Петр Положевец. «Уртаса педагогик стаж 12 йыл тәшкил итә, ул былтырғы менән сағыштырғанда кәмерәк. Конкурста ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаны – 62, ир-егеттәр – 23. Ауыл мәктәптәренән уҡытыусыларҙың һаны артты, былтыр улар һигеҙ ине, быйыл 12. Ҡатнашыусылар араһында иң күбе рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары», — тине ул.

Жюригә 110 кеше: бөтә федераль округтарҙан, 52 федерация субъектынан кандидаттар инәсәк.

Махсус бүләктәрҙең береһе сифатында берҙәм тауыш менән рус теленә һаҡсыл ҡарау һәм уны һаҡлап ҡалыу өсөн бүләк раҫланды, тип хәбәр итә РФ Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Мария Кәримова – Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының инглиз теле уҡытыусыһы. Ул «Башҡортостандың баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы-2017» XX конкурсында абсолют еңеүсе булды.

Конкурста ҡатнашыусының коллегалары һөйләүенсә, Мария Кәримованың йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул уҡыусылар менән уртаҡ тел таба белә. Ул балаларҙы, балалар уны ныҡ ярата.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть