Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.56 ↓

EUR 68.55 ↑

26 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Быйылғы уңыш былтырғыға ҡарағанда яҡшыраҡ булды – Рөстәм Мәрҙәнов

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов республика телевидениеһына интервьюла быйылғы йәй уңышының төрҙәрен баһаланы. «Бындай ямғырлы йәйҙе оло йәштәгеләр иҫләмәй. 37 районда тупраҡтың артыҡ дымланыуы сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде. Шуға ҡарамаҫтан, август ҡоро һәм йылы килде, уңыш былтырғы ҡоро йылға ҡарағанда ла яҡшыраҡ булды. Ужым культуралары яҡшы, яҙғылар ҙа һәйбәт. Хәҙер төп проблема – уңышты юғалтыуҙарһыҙ йыйып алыу, әммә был аграрийҙарҙың мөмкинлектәре», — тип билдәләне премьер. Агросәнәғәт комплексына төрлө формаларҙа ярҙам ваҡытында күрһәтелде, шул иҫәптән кредиттарҙы субсидиялау һәм техника һатып алыу буйынса, тип хәтергә төшөрҙө ул. Шулай уҡ предприятиеларға игенде отошлораҡ хаҡҡа һатыу яғын хәстәрләргә кәрәк, тине ул. «Көҙгөһөн баҙарҙа һәйбәт конъюнктура, аграрийҙарҙың ҙур табыш алыу мөмкинлеге лә буласаҡ», — тип иҫәпләй премьер. Бынан тыш, яҡшы уңыш йәшелсәгә хаҡтарҙы төшөрөргә мөмкинлек бирәсәк.

Бөгөн республика хужалыҡтары мал аҙығын әҙерләү буйынса планды арттырып үтәне, шулай уҡ иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыу яҡшы тиҙлектә бара.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть