Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.27 ↓

EUR 69.66 ↑

21 ноябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктә 41 һунарсыға айыу ауларға рөхсәт бирелде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында республиканың 10 районында һоро айыуға һунарға рөхсәт алыу хоҡуғы өсөн йәрәбә үтте. Йәнлекте аулауға 41 квота бүленде. Рөхсәт алыу хоҡуғына ғаризаны 1,5 мең самаһы кеше бирҙе. 10 йәрәбә процедураһы барышында 41 һунарсы йәнлеккә һунар итеүгә рөхсәт отто. Республика Экология министрлығының хайуандар донъяһы объекттарын һаҡлау һәм ҡулланыуҙы күҙәтеү бүлегендә билдәләүҙәренсә, ҡырағай хайуанға һунар итеүҙән баш тартҡан осраҡта был хоҡуҡ киләһе ғариза тапшырыусыға күсә.

28 августан тәбиғәтте һаҡлау ведомствоһы мышы һәм ҡоралай кеүек төрҙәргә һунар йәрәбәһендә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итә. 19 августан республикала һыуҙа йөҙөүсе, ҡарағай урманы, һаҙлыҡ-туғай һәм ҡыр кейегенә һунар асыҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть