Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Хөкүмәтендә тәүге ярты йыллыҡҡа төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә йомғаҡ яһайҙар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәтенең киңәйтелгән ултырышы асылды. Төбәк Министрҙар кабинеты тәүге ярты йыллыҡта республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә йомғаҡ яһай. Ултырышта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Дәүләт Йыйылышы депутаттары, башҡарма власть органдары етәкселәре, ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтары ҡатнаша.

Дөйөм алғанда, республика Башлығының һүҙҙәренсә, тәүге ярты йыллыҡ уңышлы булды. Сәнәғәт – 3,4 процентҡа, аграр комплекс өс процентҡа артты. Ауыл хужалығы етештереүендә төп күрһәткестәр буйынса республика Волга буйы федераль округының өс алдынғыһында.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтары менән таныштыра. Социаль-иҡтисади үҫеш тәүге ярты йыллыҡта төп фараз варианты буйынса барҙы. Төп индикаторҙар тотороҡло үҫеште сағылдыра.

Демографик һәм миграция хәлен яҡшыртыу буйынса күрелгән саралар тураһында муниципалитет башлыҡтары һөйләйәсәк. Ултырышта ағымдағы йылдың аҙағына тиклем предприятиеларҙың инвестиция пландары һәм торлаҡ төҙөлөшөн яҡшыртыу перспективалары тикшереләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть