Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республика аграрийҙары уңыш йыйыуҙа юғары күрһәткестәргә өлгәште

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Һуңғы тәүлек эсендә Башҡортостанда бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыу буйынса артым 54,6 мең гектар тәшкил итте, ул быйылғы ураҡ башынан иң юғары күрһәткес булды.

Уҙған көндәрҙә иң ҙур майҙандар Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил, Көйөргәҙе, Стәрлетамаҡ һәм Илеш райондарында сабылған.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, әлегә бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар бүленгән майҙандарҙың дүрттән бер өлөшөнән йәғни 454 мең гектарҙан сабылған. 386 мең гектарҙан һуғып алынған, ул планлаштарылған күләмдең 22 процентын тәшкил итә.

Гектарынан уртаса уңыш 22,9 центнер тәшкил иткәндә республикала 886 мең тонна иген һуғылған. Бөртөклө культураларҙың иң юғары уңышы – Саҡмағош районында, унда игенселәр һәр гектарҙан 37,6-шар центнер иген ала. Ашлыҡ һуғыу буйынса алдынғы – ул Мәләүез районы игенселәре, улар әлегә 44,5 мең тонна иген йыйған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть