Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Төбәктә бөйөк әүлиә Мөжәүир хәҙрәт тураһында спектакль ҡуялар

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт театры Сибай яҙыусыһы Лира Яҡшыбаеваның «Мөжәүир хәҙрәт» повесы буйынса яңы спектакль әҙерләй. «Әүлиә» спектакленең премьераһы тамашасығы сентябрҙә – 87 миҙгелде асыуҙа тәҡдим ителәсәк.

Спектаклде билдәле режиссер, театрҙың художество етәксеһе Дамир Ғәлимов ҡуя. Фильмға музыканы Илшат Яхин яҙа.

Уҙған быуатта республиканың Баймаҡ районында йәшәгән һәм үҙенсәлекле дауалау һәм күрәҙәселек һәләтенә эйә булған ғәжәп оло кеше тураһында байтаҡ яҙҙылар, Мөжәүир хәҙрәткә ҡыҙыҡһыныу артҡандан-арта бара. Шуға Лира Яҡшыбаеваның уның тураһындағы китабы ҙур яңғыраш алды. Сибайҙа нәшер ителгән китап бер нисә тапҡыр яңынан сыҡты. Авторға күптәре рәхмәт һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте, тип һөйләне ойоштороусылар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть