Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.56 ↓

EUR 68.55 ↑

26 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Полина Егорова Америка Ҡушма Штаттарында йөҙөү буйынса донъя чемпионатында сығыш яһай

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡортостан спортсыһы Полина Егорова Америка Ҡушма Штаттарында йөҙөү буйынса донъя беренселегендә сығыш яһаясаҡ. Чемпионат 23 августа Индианаполиста башлана. Рәсәй милли йыйылмаһына 27 спортсы инә. Улар араһында – Башҡортостан йыйылмаһы лидеры, «СалауатСпортСервис» компанияһының йөҙөү бүлеге тәрбиәләнеүсеһе Полина Егорова.

Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының мәғлүмәттәре буйынса, йыйылма Израилдә уҙған Европа беренселеге һәм Европа үҫмерҙәр олимпия фестивале йомғаҡтары буйынса булдырылған.

Донъя чемпионаты 28 августа тамамлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть