Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65

EUR 69.07

24 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда онкологиянан үлем осраҡтары уртаса Рәсәй күрһәткестәренән түбәнерәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡортостанда онкологиянан үлем осраҡтары уртаса Рәсәй күрһәткестәренән түбәнерәк. Был турала республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығында уҙған кәңәшмәлә Республика онкология диспансерының баш табибы Руслан Солтанов белдерҙе. Ул хеҙмәттең төп күрһәткестәрен һәм бурыстарын уҡып ишеттерҙе, яман шеш ауырыуҙарынан үлемде кәметеү буйынса саралар хаҡында һөйләне.

Руслан Солтановтың һүҙҙәренсә, бөгөнгө көнгә республикала алдан диагностикалау күрһәткестәре арта һәм яман шеш процесына еткергән осраҡтар кәмей. Күрһәткестәрҙе артабан да яҡшыртыу өсөн, атап әйткәндә, скринингтар күләмен һәм һөҙөмтәлелеген арттырырға тәҡдим ителде. Мәҫәлән: диспансеризация программаһына шыйыҡ цитология алымы менән аналыҡ муйынсаһы шешен һәм простатит махсус антигенға тест менән енес биҙе шешен диагностикалау индереләсәк.

Алдан «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов онкологик ауырыуҙарҙы иртә асыҡлау буйынса төбәк программаһын әҙерләргә тәҡдим итте. Ошо хаҡта ул йәйгеһен Өфөлә үткән IX Рәсәй онкологтары йыйылышының пленар ултырышында белдерҙе.

Теги: һайлауҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть