Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 69.40 ↑

23 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә Рәсәйҙең Дәүләт флагы көнө хөрмәтенә автоуҙыш үтте

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө хөрмәтенә Башҡортостандың баш ҡалаһында йәмәғәтселек флешмоб үткәрҙе. «Берҙәм Рәсәй», «Йәш Гвардия» партияһының, Рәсәй Машина төҙөүселәр союзының төбәк бүлексәләре һәм «ӨМЭБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте активистары Өфө урамдары буйлап ҙур автоуҙыш ойошторҙо.

Автоуҙышта ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Дәүләт Йыйылышы депутаты, күп тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы Ирек Зарипов, Калинин районы хакимиәте башлығы Сергей Кожевников һәм Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы Марат Ғәлиуллин сәләмләне.

25 йыл эсендә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы илдең төп символына әйләнде, тип билдәләне Константин Толкачев.

«Бөгөн өс төҫлө флаг аҫтында беҙ яратҡан, төҙөгән, балаларыбыҙ һәм ейән-ейәнсәрҙәребеҙ йәшәйәсәк яңы Рәсәй йәшәй һәм үҫешә. Был символ беҙҙе берләштерә, ил тарихы өсөн ғорурлыҡ тойғоларын һәм ошо тарих үҫешендә сағыу бит яҙыу теләген уята. Ошо көн беҙгә ғорурлыҡ, Рәсәйҙең иң ҡеүәтле, бөйөк дәүләт булыу тойғоһон өҫтәһен», — тине төбәк парламенты спикеры.

Ярты йөҙләгән автомобилдән торған колонна иртәнсәк Моторҙар эшләү берекмәһе мәҙәниәт һарайы алдынан ҡуҙғалды. Уҙыш маршруты Беренсе май урамы, Октябрь проспекты, Цюрупа, Зәки Вәлиди урамдары аша үтте һәм «Ватан» паркы алдындағы майҙанда тамамланды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть