Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

«Салауат Юлаев» Континенталь хоккей лигаһы миҙгеленең башланғыс уйынында «Адмирал»ды еңде

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/.

Өфөнөң «Салауат Юлаев» командаһы Континенталь хоккей лигаһының X юбилей миҙгелен башлап ебәрҙе. Тәүге уйында өфөләр үҙ боҙонда Владивостоктың «Адмирал»ын ҡабул итте.

Ҡунаҡтар бирешеп барманы. Улар бишенсе минуттан, Александр Горшков «диңгеҙселәрҙең» ҡаршы һөжүмен бикләгәндә иҫәп буйынса алдынғы килде.

Иҫәпте 30-сы минутта ғына тигеҙләп булды. Юбилей миҙгелендә тәүге шайба менән Евгений Коротков айырылды.

Өсөнсө осор башында Вячеслав Солодухиндың хәйләле шайбаны ебәреүе хужаларҙы алға сығарҙы – 2:1.

Уйын аҙағында ҡунаҡтар 5 минутлыҡ яза алды һәм Филип Ларсен был осраҡ менән файҙаланды – 3:1.

Матчта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та булды һәм Өфө командаһы өсөн янып-көйҙө.

26 августа «Салауат Юлаев» Хабаровскиҙан «Амур»ҙы ҡабул итә.

Теги: хоккей,КХЛ
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть