Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.56 ↓

EUR 68.55 ↑

26 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Быйыл республикала 300-ләгән законһыҙ сүплек юҡ ителде

Йәмғиәт

?Ф?, 2017 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова /.

Быйыл Башҡортостанда 300-ләгән законһыҙ сүплек юҡ ителде, тип хәбәр итә төбәк Экология министрлығы. Тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоусыларға дөйөм 1,5 миллион һумлыҡ административ штраф һалынған.

Шулай уҡ ағымдағы йылда Башҡортостан Экология министрлығы инспекторҙары 1-2 класс хәүефе тыуҙырған ҡалдыҡтарҙан торған 228 объектты тикшерҙе. Бында 143 боҙоу осрағы асыҡланған. «Ҡағиҙә булараҡ, ҡануниәтте боҙоуҙар 1-2 класс хәүефе булған ҡалдыҡтарҙы дөрөҫ һаҡламауҙа, квалификациялы белгестәрҙең булмауында тора, тип һөйләне Экология министрлығының экологик хәүефһеҙлек бүлеге баш белгесе-эксперты Айтуған Аралбаев. — Ғәйепле кешеләр административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Һалынған штрафтарҙың дөйөм суммаһы 500 мең һум самаһы тәшкил итте».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть