Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

2018 йылда Шүлгәнташ мәмерйәһе эргәһендә мобиль элемтә һәм асфальт юл барлыҡҡа киләсәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Станислав Шахов/.

Шүлгәнташ мәмерйәһе тирәһендә асфальттан юл һалыу һәм ышаныслы мобиль элемтә мәсьәләһе – ул яҡын ваҡыт эсендәге эштәр. Был турала «Башинформ» агентлығына интервьюла Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов һөйләне.

— Республика Башлығының ҡушыуы буйынса кордон тирәһендә ретранслятор ҡуйылды, унда 200-300 метр самаһы «Билайн»дан интернет эшләй. Етеҙ генә, WhatsApp аша шылтыратырға лә мөмкин. Заманса элемтә булһын өсөн унда бағана ҡуйыу мәсьәләһе буйынса элемтә операторҙары менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Был ошо һәм киләһе йылда эшләнә торған эштәр, — тине ул.

Август аҙағында Шүлгәнташ мәмерйәһенә тиклем юл экспертизаһынан проекттың әҙер булыуын көтөләр. Рөстәм Шәриповтың һүҙҙәренсә, хакимиәт тиҙ генә һатып-алыуҙар уҙғарырға һәм эштәрҙе быйыл башларға күҙаллай. Алдан РБК-Өфө сайты һөйләүенсә, проекттың хаҡы 120 миллион һум самаһы тора.

Интервьюның тулы тексын һылтанма буйынса уҡый алаһығыҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть