Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 68.02 ↑

27 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан аграрийҙары ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән зыян күргән өсөн 160 миллион һум федераль компенсация ала

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостан аграрийҙары ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән зыян күргән өсөн 159 миллион 465 мең һум компенсация аласаҡ. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев Ауыл хужалығы министрлығына тәбиғи ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән күргән зыянды ҡаплауға 1,3 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Ошо хаҡта Рәсәй Хөкүмәте сайтында хәбәр ителә.

Бюджет-ара трансферттар Башҡортостан, Ҡарасәй-Черкес, Тува, Чечен республикаларына, Приморье һәм Хабаровск крайҙарына, Волгоград, Вологод һәм Тула өлкәләренә бирелә.

Башҡортостан Башлығының 2017 йылдың 15 августағы бойороғона ярашлы, тупраҡтың артыҡ дымланыуы, боҙ яуыу сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителгән республика райондарының һаны 13-тән 37-гә еткерелде. Тейешле документ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. 100 гектарҙан ашыу майҙанда бер үк ваҡытта ауыл хужалығы культуралары сәсеүлектәре юҡҡа сығыу һәм оҙаҡ ваҡыт дауамында тупраҡтың артыҡ дымлы булыуы сәбәпле саралар ҡабул ителде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть