Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.56 ↓

EUR 68.55 ↑

26 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә Рәсәйҙең дәүләт флагы көнөндә автоуҙыш үтәсәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Бөгөн, 22 августа, бөтөн ил Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнөн билдәләй. Рәсәй флагы – герб һәм гимн менән рәттән илебеҙҙең рәсми дәүләт символы.

Ошо байрам йәһәтенән Башҡортостандың Йәштәр Гвардияһы «Берҙәм Рәсәй», Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағандығы Йәштәр йәмәғәт палатаһы һәм Өфө ҡалаһы Советы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы менән берлектә автоуҙыш ойоштора. Рәсәй флагы менән автомашиналар колоннаһы Өфө урамдары буйлап уҙасаҡ.

Автоуҙыш Беренсе май урамы буйлап Моторҙар эшләү берекмәһе мәҙәниәт һарайы алдынан башлана, артабан Октябрь проспекты, Цюрупа урамдары буйлап, Зәки Вәлиди урамы аша Ватан паркына бара. Конгресс-холл алдындағы үрге парковкала колоннала ҡатаншыусыларға Рәсәй флагы менән йәйәүлеләр төркөмө ҡушыласаҡ.

Бөтә колонна Ватан паркына төшәсәк, унда өс төҫлө таҫмалар таратыу һәм Рәсәй флагы төҫөндәге ҡыуыҡтарҙы осороу күҙалланған.

Өфө автоһәүәҫкәрҙәрен автоуҙышта ҡатнашырға саҡыралар. Унда ҡатнашыу өсөн һылтанма буйынса теркәлергә кәрәк.

Автоуҙыш иртәнге сәғәт 11-ҙә Моторҙар эшләү берекмәһе мәҙәниәт һарайы алдынан башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть