Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

«Юлаевсы» Артем Федоров: «Хоккейҙа еңеүҙән тыш башҡа нәмәләрҙе лә яратырға кәрәк»

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғл-үмәт агентлығы, Дарья Петрова/.

22 августа «Салауат Юлаев» хоккей клубы Владивостоктың «Адмирал»ына ҡаршы уйын менән Континенталь хоккей лигаһында яңы миҙгелде аса. Уҙған көндәрҙә «Башинформ» агентлығы Өфө командаһының яңы уйынсыһы Артем Федоров менән әңгәмәләште. Һөжүм итеүсе самолетта нисек ваҡыт уҙғарыуы, Өфөнөң Мәскәүҙән нимә менән айырылғаны һәм ни өсөн әлегә ҡәҙәр өйрәнеп китмәүе, урамда уны таныуҙары тураһында һөйләне.

- Артем, һеҙ Мәскәү өлкәһендә тыуғанһығыҙ, һуңғы ике йылда Мәскәүҙә уйнанығыҙ. Үҙегеҙҙе бында, «провинцияла» нисек тояһығыҙ?

— Мин үҙемде провинциялағы кеүек тоям тип әйтмәҫ инем. Өфө – бик яҡшы, ҙур ҡала, бында тормош өсөн бөтәһе лә бар. Шуға уңайһыҙлыҡтар кисермәйем. Мәскәү менән сағыштырғанда берҙән-бер ҡатмарлыҡ – берәй ҡайҙа осҡанда рейстарҙы нисек тура килтереүҙә фаразлау. Мәҫәлән: Сочиҙан Мәскәү аша ҡайтырға тура килде. Шуныһы һәйбәт, юлдарҙа ҙур тығындар юҡ – ул күҙгә ныҡ салына. Тормош иптәшемә лә ҡала оҡшаны, барыһы ла яҡшы – беҙ ҡәнәғәт.

- Урамда таныйҙармы?

— Бер нисә тапҡыр килеп, бергәләп фото төшөргә һоранылар, уңыштар теләнеләр. Мәскәү менән сағыштырғанда, был минең өсөн ғәҙәти түгел – унда танымай торғайнылар, таныһалар ҙа үҙебеҙҙең көйәрмәндәр генә – уйындарҙан һуң һәм стадион эргәһендә.

- Команда буйынса партнерҙар менән мөнәсәбәттәр нисек?

— Бик яҡшы, беҙҙең коллектив һәйбәт, зарланыу гонах булыр. Былай булырын көтмәнем дә.

- Һеҙгә бик күп осорға тура килә. Самолетта ваҡытты нисек үткәрәһегеҙ, нимә менән шөғөлләнеһегеҙ?

— Мин был эште бик яратам, әммә миҙгел барышында хис-тойғолар тупаҫлана: ултыраһың да осаһың. Ваҡытты төрлөсә уҙғарам: ҡайһы берҙә фильмдар ҡарайым, китаптар уҡыйым. Сериалдарҙы яратып алдым.

- Ниндәй сериалдарҙы? «Тәхеттәр уйынын»?

— Һуңғы миҙгелен ҡарамағам әле, бөтә серияларҙың да сыҡҡанын көтәм. Ә былай – күп кенәләрҙе ҡараным, ошо хаҡта күп һөйләй алам. Мәҫәлән, миңә «Спартак» оҡшаны. Фильмдар тураһында һүҙ йөрөткәндә, комедиялар яратам, әммә һәйбәт комедиялар күп түгел. Ә бына фантастика оҡшап бармай.

- Ә ниндәй китаптар?

— Һуңғыһынан – Теодор Драйзерҙың «Америка трагедияһын» уҡыным. Ҡайһы берҙә үҫешергә тырышам.

- Бәләкәй көйәрмәндәргә кәңәшегеҙ – нисек еңелергә өйрәнергә?

— Белмәйем, үҙемдең дә өйрәнәһе килә. Бала саҡта, ғөмүмән, бер ниндәй һүҙҙәр ҙә ярҙам итмәй торғайны, теләһе ҡайһы еңелеү ҙур һәләкәт кеүек тойола ине. Әммә ваҡыт үтеү менән еңелеүһеҙ еңеүҙең булмауын аңлайһың. Төрлө хәлдән, хатта күңелһеҙ осраҡтан да тәжрибә алырға кәрәк. Хаталарҙан ҡасмаҫҡа – тикшерергә, төҙәтергә, уларҙы нисектер еңеп сығырға. Ул да холоҡто нығыта, һине нимәгәлер өйрәтә.

- Хоккейсы булыу – ауыр эшме?

— Беҙҙең тормошта кемгә еңел? Йыйылыштарҙа ла ауыр күнекмәләр була, түҙергә тура килә – һиңә ҡыуаныс килтермәһә лә, уның нимәгә кәрәклеген аңлайһың. Һин тик еңеүҙәрҙе, шайба индергән һәм ебәргән саҡтарҙы, барыһы ла яҡшы булғанды яратаһың тигән ундай юҡ – ауыр булған саҡтарҙы ла яратырға кәрәк.

- Яңы миҙгелдә көйәрмәндәрҙе һәм хоккей эксперттарын нимә менән хайран ҡалдырырға уйлайһығыҙ?

— Уларҙы хайран ҡалдырыу ауыр буласаҡ, тип уйлайым, күп кенә күргәндәр. Үҙ эшеңде сифатлы итеп башҡарырға һәм унан ләззәт алырға ғына кәрәк. Беҙҙе ҡарарға килгән кешеләр ҙә ләззәт, ыңғай тәьҫраттар ғына алһын ине.

Интервьюның тулы тексы «Детально» рубрикаһында.

Белешмә

Артем Федоров «Салауат Юлаев» хоккей клубының һөжүм итеүсеһе.

1993 йылдың 11 авгусында тыуған.

«Химик» (Воскресенск), «Динамо» (Балашиха) хоккей клубтары өсөн уйнаны. 2015-2017 йылдарҙа Мәскәү «Динамо»һы өсөн сығыш яһаны. «Салауат Юлаев» менән килешеү 2019 йылға тиклем төҙөлгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть