Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65

EUR 69.07

24 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республика студенты «Таврида» бөтә Рәсәй йәштәр форумында грант яуланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Ҡырымда «Таврида» бөтә Рәсәй йәштәр мәғариф форумының алтынсы сменаһы тамамланды. Унда 85 төбәктән 450 йәш кеше – режиссерҙар, продюсерҙар, театр һәм кино актерҙары, мультипликаторҙар ҡатнашты.

Башҡортостандан форумда Башҡорт дәүләт университеты студенты Радмила Дәүләтшина уңышлы сығыш яһаны. Уның «MediaHouse» кино, театр һәм ТВ лабораторияһы проекты грантҡа лайыҡ булды.

Был ҡыҙҙың «Таврида»лағы икенсе еңеүе. Былтыр ул ижади проектының тәүге этабын тормошҡа ашырыуға 100 мең һум күләмендә грант отто.

«MediaHouse» кино, театр һәм ТВ лабораторияһы Өфөлә 27 февралдә асылды. Биш ай дауамында өс энтузиастар төркөмө театр сәнғәте, кинематограф һәм тележурналистика оҫталығын өйрәнде. Лабораторияның йомғаҡлау сараһы 26 июлдә ғәҙәти булмаған форматта – Өфө йортоноң ҡыйығында үтте.

«Таврида» бөтә Рәсәй йәштәр форумы Ҡырымда өсөнсө тапҡыр уҙҙы. Ул ғәҙәттәгесә илдең талантлы йәштәрен һәм төрлө өлкә: дизайн һәм архитектура, әҙәбиәт, һынлы сәнғәт һәм музыка, кино һәм мультипликация, журналистика, музей эше һәм тарихты уҡытыу белгестәрен берләштерә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть