Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда республиканың иң яҡшы комбайнсылары билдәле буласаҡ

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан Хөкүмәте иген йыйыу комбайны, үҙ йөрөшлө сапҡыс операторҙары, ауыр йөк автомобиле, сөгөлдөр йыйыу комбайны водителдәре, туңға һөрөү механизаторҙары, шулай уҡ 2017 йылғы уңышты йыйыуҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары һәм ауыл хужалығы техникумы уҡыусылары араһында икенсе республика конкурсын уҙғарыу тураһында иғлан итте. Хөкүмәттең тейешле бойороғо төбәктең рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Конкурс ер эшкәртеү мәҙәниәтен, етештереү һөҙөмтәлелеген һәм хеҙмәт һөҙөмтәһен арттырыу өсөн уҙғарыла һәм бер нисә номинациянан тора: «Иң яҡшы комбайнсы», «Иң яҡшы үҙ йөрөшлө сапҡыс операторы», «2017 йылғы уңышты йыйыуҙа иң яҡшы ауыр йөк автомобиле водителе», «Иң яҡшы сөгөлдөр йыйыу комбайны операторы» һәм «Туңға һөрөүҙә иң яҡшы механизатор».

Конкурсты ойоштороу һәм уҙғарыу бурысы республиканың Ауыл хужалығы министрлығына йөкмәтелгән.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Баҫыу көнө-2016» республика семинар-кәңәшмәһендә аграрийҙар араһында конкурс ойошторорға тәҡдим итте.

«Йәмғиәт яҡшы эшләүселәрҙе күрергә һәм ошонан сығып, һығымта яһарға тейеш. Тырыш хеҙмәт өсөн яҡшы бүләктәр бирергә кәрәк», — тип билдәләне ул саҡта Рөстәм Хәмитов.

Былтыр төрлө номинацияларҙа 10 кеше конкурс еңеүселәре булды. «Иң яҡшы комбайнсы» номинацияһында еңгән биш кешегә республика Башлығы «Нива» автомобиле асҡыстарын тапшырҙы.

Иң яҡшы үҙ йөрөшлө сапҡыс операторы, ауыр йөк автомобиле, сөгөлдөр йыйыу комбайны водителе, туңға һөрөү механизаторы, шулай уҡ аграр университеты студенты «Лада-Гранта» машинаһын һатып алыу өсөн сертификаттар алды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть