Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 68.02 ↑

27 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

«Мисс туризм России» конкурсында башҡорт һылыуы номинацияла еңде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Чебоксар ҡалаһында «Мисс туризм России» бөтә Рәсәй конкурсы тамамланды. Унда 30 төбәк һылыуҙары ҡатнашты.

16 йәшлек башҡорт һылыуы Рената Нәҙершина «Иң яҡшы милли костюм һәм үҙ төбәгең менән таныштырыу» этабында еңеүсе тип иғлан ителде. Ҡыҙ сәхнәгә башҡорт дизайнеры Альбина Жерлицынаның костюмында сыҡты. Рената Нәҙершина – «Берҙәмлек» лицейы уҡыусыһы, «Мисс Башҡортостан-2017» республика матурлыҡ конкурсы финалсыһы, «Мини-Мисс Өфө» конкурсы еңеүсеһе.

Конкурста буйы 172 сантиметрҙан кәм булмаған 16-24 йәштәге илебеҙ ҡалаларында һәм төбәктәрендә уҙғарылған матурлыҡ конкурсы финалсылары һәм еңеүселәре ҡатнаша алды. Конкурстың ойоштороусыһы – «Volga Models» модель агентлығы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть