Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.56 ↓

EUR 68.55 ↑

26 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов эш хаҡы буйынса бурыс мәсьәләһенә арналған кәңәшмә уҙғарҙы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов эш хаҡы буйынса бурыс мәсьәләләренә арналған эш кәңәшмәһен үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, муниципалитет вәкилдәре, профилле министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре ҡатнашты.

Бөгөнгө көнгә төрлө сәбәп буйынса эш хаҡын түләмәүсе эш биреүселәр исемлегендә 57 предприятие тора, тип билдәләне төбәк етәксеһе.

Ярлы (банкрот) йәки банкрот алды хәлендә булыусы тип танылған ойошмаларҙа иң ҡатмарлы хәл. Уларҙың дүртәүһендә йөҙәрләгән хеҙмәткәр алдында эш хаҡы буйынса бурыс 25 миллион һумдан арта: ул – «Энерготехсервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Өфө), «Ишембай машиналар эшләү заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Лизингстроймаш» акционерҙар йәмғиәте (Өфө) һәм «Стәрлетамаҡ машиналар эшләү компанияһы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте.

— Гел генә бындай бурыс булмаҫҡа тейеш тип һөйләп торам. Эш биреүсе яуаплылыҡ тойорға, эш хаҡын түләү – уның тәү сираттағы бурысы икәнлеген аңларға һәм белергә тейеш, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Ошо һорау менән прокуратура, Тикшереү комитеты, башҡа контроль-күҙәтеү структуралары шөғөлләнә. Беҙҙә тейешле комиссияларҙың ултырыштары даими уҙып тора. Эш биреүселәрҙең ошо комиссияларға килмәгән осраҡтары ла бар – йәшенәләр, ҡасалар. Эш хаҡын да түләмәйҙәр, яуап бирергә лә теләмәйҙәр. Тимәк, бындай етәкселәрҙе ҡыуырға, уларҙы йәлләп тормаҫҡа кәрәк. Улар бит кешеләрҙе йәлләмәй.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар эш хаҡын түләмәүсе эш биреүселәргә ҡарата сараларҙы, эш хаҡы буйынса түләнмәгән бурысты ҡаплау варианттарын, эшселәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау маҡсатында предприятиеларҙың бөлгөнлөгө тураһындағы ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү буйынса тәҡдимдәрҙе тикшерҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть