Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.56 ↓

EUR 68.55 ↑

26 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Сибайҙа Башҡорт гуманитар колледжы асылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан республикала яңы белем биреү йорто асылды – Сибайҙа Башҡорт гуманитар колледжы эшләй башланы. Ул урта һөнәри белем биреү һөнәрҙәре буйынса кадрҙар әҙерләйәсәк, шулай уҡ белгестәрҙең курс әҙерлеген һәм ҡайтанан әҙерлеген ғәмәлгә ашырасаҡ. Колледж директоры Рим Хәсәновтың әйтеүе буйынса, бында «Хоҡуҡ һәм социаль тәьминәтте ойоштороу» (квалификация — юрист) һөнәре буйынса урта профессиональ белем биреү программалары уҡытыла. Уҡыу ваҡыты – ике йыл да 10 ай (9 кластан һуң) һәм 1 йыл да 10 ай (11 кластан һуң). Мәктәптәге уҡыуҙы (10-11 кластар) колледждағы ситтән тороп уҡыу менән бергә алып барырға мөмкин. 9 һәм 11 класты тамамлаусылар БДИ-һыҙ колледжға инә, һуңынан – ҡыҫҡартылған программа буйынса – юғары уҡыу йортона инә. Уҡыу формаһы – көндөҙгө, ситтән тороп һәм дистанцион.

Шулай уҡ граждандарҙан «Ислам теологияһы» программаһы буйынса уҡыуға ғаризалар ҡабул ителә. Ошо программа буйынса колледжды тамамлаусылар «Ислам теологияһы» һөнәре буйынса ҡайтанан әҙерлек тураһында икенсе диплом ала. Ике диплом да дәүләт өлгөһө булған документтар. Документтар киләһе ҡалаларҙа ҡабул ителә:

— Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 33а, 4-се ҡат, телефон: (347) 273-19-68;

— Сибай ҡалаһы, Цеткинурамы, 10, (8-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең ҡабул итеү бүлмәһе, көн һайын көндөҙгө сәғәт 4-тә), телефон: 8-965-659-91-72;

— Учалы ҡалаһы, К. Маркс урамы, 2, телефон: (34791) 6-06-81).

Документтарҙы ҡабул итеү ваҡыты сикләнмәгән. Ситтән килеүселәргә дөйөм ятаҡ бирелә.

Тулыраҡ мәғлүмәт колледж сайтында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть