Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Приморье крайында урындағы ҡоролтай башҡорт телен өйрәнеүгә грант алды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Приморье крайы башҡорттары башҡорт телен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса курстар ойоштороуға грант алды. Ошо хаҡта Приморье ойошмаһы етәксеһе Таһир Ишбаевҡа һылтанып, Башҡорттар ҡоролтайы Башҡарма комитеты хәбәр итә.

Владивосток башҡорттары, «Рәсәй шишмәләре» конкурсында ҡатнашып, грант отто. Бүленгән аҡсаға башҡорттарҙың тарихи һәм ғәҙәти мәҙәниәте генә өйрәнелеп ҡалмай, башҡорт теле дәрестәре лә уҙғарыласаҡ. Киләсәктә – башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары – ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнау дәрестәрен ойоштороу күҙаллана.

Приморье башҡорттары ҡоролтайы башҡорт мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыуға һәм үҫтереүгә күп көс һала. Быйыл ойошма үҙенең 25 йыллығын билдәләне, төбәк һабантуйын уҙғарҙы. Милли сәхнә костюмдарына заказ бирелде. Яҡын ваҡыт эсендә Владивостокта йәкшәмбе башҡорт мәктәбен асыу күҙаллана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть