Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Владимир Путин үҙ эшенең төп нигеҙҙәрен атаны

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Рәсәй Президенты Ҡырымда «Таврида» бөтә Рәсәй йәштәр мәғариф форумы майҙансығында йәштәр менән аралашты. Оркестр етәксеһенең һорауына яуап биреп, Владимир Путин үҙ эшендә иң мөһим тип иҫәпләгән нигеҙҙәрҙе атаны: әҙәплелек, кем өсөн тырышҡан кешеләрҙе, үҙ эшеңде һөйөү, тип хәбәр итә «Известия» гәзите.

«Иң мөһиме – минең оркестрҙа әҙәплелек һәм кем өсөн эшләгән кешеләрҙе һәм нимә эшләгәнде һөйөү. Бынһыҙ бер ниндәй уңышҡа өлгәшеп булмай, — тип яуапланы Рәсәй лидеры. — Музыканы ишетеп кенә була, ул һәр саҡ кеше күңелендә төрлө тойғолар уята. Ошо тойғоларҙа уйнау һәм матур уйнау – бөйөк һәм талантлы кешеләрҙең тәҡдире».

«Таврида» форумында дәүләт башлығының сәфәре сиктәрендә бөтә сменаларҙың иң яҡшы ҡатнашыусылары йыйылды, улар рәсми булмаған шарттарҙа президентҡа һорауҙар бирҙе һәм үҙ ҡаҙаныштарын күрһәтте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть